6 декабрь, Шишәмбе

21 март 2012 йыл, 17:38

Өфөлә «Мисс Яҙ-2012» һайланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

24 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында «Мисс Яҙ-2012» исемен йөрөтәсәк һылыу һайланасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы бер нисә һынау көтә: дефиле, пародиялар конкурсы, ижади номер һәм бейеү. Уларҙың матурлығына, һәләттәренә ир-егеттәр – уңышлы һәм билдәле өфөлөләр баһа бирәсәк.

Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һәм мәҙәниәтте пропагандалау, йәштәрҙе эстетик һәм әхлаҡи юҫыҡта тәрбиәләү, уларҙың ялын ойоштороу бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.

Сараны Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Өфө йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ойоштора.

Башлана 18 сәғәттә. Белешмәләр өсөн телефон: 279-06-35.

темалар: конкурстар