8 декабрь, Кесе йома

21 март 2012 йыл, 17:05

Республикала 2012 йылғы йәйге балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреүгә әҙерлек алып барыла

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда 2012 йылғы йәйге балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Мөмкин тиклем күберәк балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу өсөн бөтә саралар ҙа күрелә. Эшләнгән эштәргә йомғаҡтар һәм төп бурыстар ошо арала вәкәләтле муниципаль органдар вәкилдәренең һәм Башҡортостан Республикаһы балаларының, үҫмерҙәренең һәм йәштәренең ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороусыларҙың семинарында тикшерелә. Был сара Өфөлә, йыл әйләнәһенә эшләүсе «Салют» санатор-һауыҡтырыу лагерында үтә.

Программала быйыл төбәктә балаларҙың ялын санитар-эпидемиологик яҡтан тәьмин итеү, миҙгелле һауыҡтырыу ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшереүе үткәреү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт  учреждениелары һәм органдары менән йәш быуынды аҙ сығымлы ял формаларына йәлеп итеү, республика биләмәһендәге йәйгеһен балалар ял иткән объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр билдәләнгән.

Бынан тыш, Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге йәштәр сәйәсәте белгестәре өсөн йәйге ялды ойоштороу буйынса семинар ойошторҙо. Уның сиктәрендә йәйге профилле лагерҙар программаһын төҙөү, профилле сменаларҙы психологтар ярҙамы менән тәьмин итеү, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең йәйге ялын ойоштороуҙы тәьмин итеүгә норматив-хоҡуҡи һәм техник талаптар кеүек көнүҙәк темалар тикшерелде.

Семинарҙы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, БР Профсоюздар федерацияһы һәм Республика балаларҙың ялын һәм мәшғүллеген ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссия ойошторған.