11 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2012 йыл, 16:57

Башҡортостан ветерандар ойошмаһына 25 йыл тулыуға арналған журнал донъя күрҙе

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһына 25 йыл тулыу айҡанлы «Беҙ әүҙемлек менән көслө!» исемле юбилейлы журнал донъя күрҙе. Унда республиканың был ҙур йәмәғәт ойошмаһының бай тарихы сағылдырылған. Журнал төбәктең Ветерандар советы менән әҙерләнгән.

Юбилейлы баҫма Башҡортостанда ветерандар хәрәкәтенең булдырылыуы һәм үҫеше, оло йәштәгеләрҙең социаль хәле, уларҙың йәштәр менән эшләүе тураһында бәйән итә. Журналда күп төрлө фотолар урынлаштырылған, улар ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһын булдырыуҙа ҡатнашҡан һәм бөгөн уларҙың эшен дауам иткән кешеләр хаҡында һөйләй.