5 декабрь, Дүшәмбе

21 март 2012 йыл, 16:30

«Мир» телекомпанияһы Башҡортостандың «айыҡ ауылдары» тураһында тапшырыу күрһәтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Мир» дәүләт-ара телерадиокомпанияһы журналистары республикабыҙҙың «айыҡ ауылдары» тураһында «Башҡортостан ауылдары айыҡлыҡ буйынса көс һынаша» исемле тапшырыу әҙерләгән. Сюжет әҙерләү өсөн улар февраль аҙағында Әбйәлил районына килеп, Ҡырҙас һәм Ишбулды ауылдарында материал туплаған, урындағы халыҡ, имамдар, ауыл советтары башлыҡтары менән аралашҡан. Шулай уҡ улар Сибай ҡала округына ҡараған Төйәләҫ ауылында ла булған.

Башҡортостанда тупланған бай материалдар эшкәртелгәндән һуң, тапшырыу ошо көндәрҙә эфирға сыҡты. Уны «Мир» дәүләт-ара телерадиокомпанияһы сайтында ҡарарға була.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандың «айыҡ ауылдары» тураһында видеорепортаждар йыл дауамында НТВ, ТВЦ кеүек дөйөм федераль каналдарҙа ла күрһәтелде.