5 декабрь, Дүшәмбе

21 март 2012 йыл, 16:22

Аграрийҙарға ерҙе залогҡа һалып кредит алырға ярҙам итәсәктәр

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда пилот проекты сиктәрендә теләге булған ауыл хужалығы ойошмаларына ерҙе залогҡа һалып кредит алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Ҡариҙел районында үткән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен кредитлау мәсьәләре буйынса төбәк семинары йомғаҡтары нигеҙендә шундай ҡарар ҡабул ителгән.

Сарала ауыл хужалығы ойошмаларының етәкселәре, крәҫтиән хужалыҡтары башлыҡтары, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан, Ауыл хужалығы министрлығынан вәкилдәр, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан район һәм ауыл хакимиәттәре белгестәре ҡатнашҡан.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа ҡатнашыусылар БР Милли банкының һәм «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалының заем алыусыларҙы кредитлау һәм бәләкәй хужалыҡ формаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәре менән танышҡан.