4 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2012 йыл, 15:59

Күмертау ҡала Советы рәйесе итеп Юрий Мельников һайланды

автор: Марина Шумилова

Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе итеп Юрий Мельников һайланды, уның кандидатураһы депутаттарҙың инициативалы төркөмө менән тәҡдим ителде. Юрий Мельников ҡала Советына «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия исемлеге буйынса һайланды.

Совет рәйесен, уның урынбаҫарын (Мөхтәр Байгилдин) һәм Совет секретарын (Валентина Машкова) һайлау Күмертау ҡалаһы ҡала округының өсөнсө саҡырылыш Советының беренсе ултырышында ойошторолдо. Ошо уҡ ултырышта Советтың даими комиссиялары билдәләнде. Улар – бюджет, һалымдар һәм йыйымдар буйынса; ерҙәрҙе һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу, милек, аграр, экология, ғәҙәттән тыш хәлдәр мәсьәләләре буйынса; сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм халыҡҡа башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса; социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡи тәртип һаҡлау буйынса; Совет Регламентын үтәү, депутат статусы һәм этикеты буйынса комиссиялар.

Депутаттар шулай уҡ 2012 йылдың 20 апрелендә Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Күмертау ҡала Советының ойоштороу ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Хәйҙәр Ғайсин һәм Михаил Маляренко, ҡаланың ойошма һәм предприятие етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.