9 декабрь, Йома

21 март 2012 йыл, 15:21

Урмандарҙы таҙартыу маҡсатында быйыл 8000 гектарҙан ашыу майҙанда ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Урмандарҙы ҡороған һәм ҡартайған ағастарҙан таҙартыу маҡсатында 2012 йылда Башҡортостанда һигеҙ мең гектарҙан ашыу майҙанда ағас ҡырҡыу, сүп-сарҙы таҙалау планлаштырыла. Зарарлы организмдар сығанағын бөтөрөү маҡсатында 16 мең гектарҙан ашыу майҙанда зарарһыҙландырыу саралары ойоштороласаҡ.

«Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда санитар-һауыҡтырыу һәм урмандарҙы һаҡлау саралары төбәктә 11 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән. Санитар ағас ҡырҡыу һәм урмандарҙы таҙалау һөҙөмтәһендә министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре менән былтыр 315 мең кубометр ағас әҙерләнгән.