8 декабрь, Кесе йома

21 март 2012 йыл, 14:59

Өфөлә XII «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла

автор: Эльмира Сабирова

Шишәмбе, 27 мартта, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XII «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Был сараны уҡыу йорттарының, эш урындары вакансияларының, мәғариф һәм фән индустрияһы ҡаҙаныштарының күргәҙмәһе тип атарға мөмкин.

Йола буйынса иң ҙур мәғариф форумдарының береһе булған был сарала республиканың, Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙең мәғариф учреждениеларының тулы спектры тәҡдим ителәсәк.

Күргәҙмә сиктәрендә йәнә республика йәштәренә йүнәтелгән «Йәштәргә эш!» акцияһы ойоштороласаҡ. Ул 29 мартта 15 -18 сәғәттәрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Бер майҙанда республиканың аплдынғы предприятиелары һәм ойошмаларының тәҡдимдәре менән танышырға мөмкинлек буласаҡ. Кадрҙар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эш эҙләүселәргә эшкә урынлашыу шарттары тураһында  һөйләйәсәк, теләге булғандар ошонда уҡ тест үтә аласаҡ. Бынан тыш, йәштәр Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт ҡануниәтенә бәйле һорауҙар бирә аласаҡ.

Күргәҙмә эшләгән көндәрҙә йәш ғалимдар фестивален үткәреү планлаштырыла. Ул юғары һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм абитуриенттар араһында ғилми һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Мәғариф форумы сараларында Өфөләге барлыҡ вуздар ҙа ҡатнаша. Асыҡ ишектәр көндәре, семинарҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм студенттар өсөн ойошторола.

«Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһе үҙ эшен 30 мартта тамамлай.