11 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2012 йыл, 14:36

Башҡортостандың йәш ғалимдары ҙур фәнни фестивалгә әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

27-30 мартта Өфөлә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысы менән «Йәштәр фәне көндәре» фестивале үткәреләсәк. Сара XII «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторола.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программала фәнни конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, инновацион предприятиелар буйынса экскурсиялар, семинарҙар, фәнни-популяр лекциялар, күргәҙмәләр ҡаралған. Был сараларҙа йәш ғалимдар, фәнни-тикшеренеү институттары һәм юғары уҡыу йорттары аспиранттары һәм докторанттары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары, мәктәп уҡыусылары, мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылары, дәүләт һәм муниципаль идара органдары, инновацион компаниялар, бизнес-берләшмәләр һәм финанс структуралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Мәғариф форумын һәм Йәштәр фәне көндәрен асыу тантанаһы 27 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында 11 сәғәттә үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Йәштәр фәне көндәре республикала дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Фестивалде хаҡлы рәүештә йәштәрҙе фәнгә йәлеп итеүгә, фәнни ҡаҙаныштарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән ҙур фәнни-ғәмәли сараларҙың береһе тип атарға була.