9 декабрь, Йома

21 март 2012 йыл, 13:17

Өфөлә «Сәләмәт йәшәү рәүеше-2012» күргәҙмәһе асылды

автор: Розалия Вәлиева

Кисә «Өфө-Арена» спорт комплексында XVII «Сәләмәт йәшәү рәүеше-2012» күргәҙмәһе асылды. Ул «Фармация-2012», «Курортология: дауаланыу һәм ял-2012», «Тәрбиә һәм реабилитация-2012», «Дезинфекция-2012» махсуслаштырылған күргәҙмәләрен үҙ эсенә ала.

Бында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Силәбе, Екатеринбург, Волгоград, Бийск, Новосибирск, Пенза, Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларынан фармацевтик һәм косметология предприятиеларының, шулай уҡ АҠШ, Италия, Франция компанияларының – йәмғеһе йөҙҙән ашыу ҡатнашыусының продукцияһы тәҡдим ителә. Бынан тыш, күргәҙмә сиктәрендә республиканың һәм Рәсәйҙең алдынғы белгестәре ҡатнашлығында республика ғилми-ғәмәли конференциялары үткәреләсәк. Уларҙың барышында акушерлыҡ һәм гинекология, онкология, педиатрия, гастроэнтерология, анестезиология һәм реаниматология өлкәһенә, шулай уҡ инфекцион ауырыуҙарға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.

«Фармация» махсуслаштырылған күргәҙмәһе 1995 йылдан башлап үткәрелә. Ошо 17 йыл эсендә ул Урал төбәгендәге иң ҙур сараларҙың береһенә әйләнгән.

Республиканың дауахана селтәрҙәре белгестәре өсөн Рәсәй һәм республика фармацевтика баҙары мәсьәләләре, шулай уҡ дарыу саралары етештереүселәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге һәм ваҡлап һатыу звеноһы проблемалары буйынса йыл һайын үткәрелеүсе «Рәсәй Фармацевтика баҙарын үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләре» конференцияһы программаның төп өлөшө иҫәпләнә. Сара дауамында йәнә «Иң яҡшы дауахана», «Профессияһында иң яҡшыһы» кеүек традицион республика конкурстары ла үткәреләсәк.

Күргәҙмә 23 мартҡа тиклем эшләй.