10 декабрь, Шәмбе

21 март 2012 йыл, 14:00

Баш ҡалала Рәшит Шәкүрҙең 75 йәшлек юбилейына арналған ижади кисә үтәсәк

автор: Марина Шумилова

Быйыл билдәле шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 75 йәш тулды.

Рәшит Шәкүр – филология фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1998 йылдан Рәшит Шәкүр – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры. Ғалим өс тиҫтәгә яҡын китап, шул иҫәптән ун шиғри һәм публицистик йыйынтыҡ, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, диалектологияһы буйынса ете монография, бер нисә фәнни-популяр китап сығарған. 1996-1997 йылдарҙа уның редакцияһы аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡаса энциклопедияһы донъя күрҙе. Рәшит Шәкүр – РФ һәм РБ Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы, М.Аҡмулла, Р.Ғарипов, З.Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

28 мартта Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Рәшит Шәкүрҙең юбилей кисәһе үтәсәк (башлана 19 сәғәттә). Ижади кисә БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында ойошторола. 20 апрелдә БДПУ-ла яҙыусының 75 йәшлек юбилейына арналған «Хәҙерге төрки телдәр филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәреләсәк.