3 декабрь, Шәмбе

21 март 2012 йыл, 13:23

«Родина» кинотеатрында Радик Ҡоҙаяровтың «Бадабер лагеры серҙәре» фильмының премьераһы буласаҡ

автор: Марина Шумилова

22 мартта «Родина» кинотеатрында 18.30 сәғәттә режиссер Радик Ҡоҙаяровтың «Бадабер лагеры серҙәре» («Тайна лагеря Бадабер») фильмының премьераһы буласаҡ. Фильм РАЙТ кинокомпанияһы һәм «Родина» кинотеатры ҡатнашлығында «Сәйәси кино лабораторияһы» сиктәрендә күрһәтеләсәк.

Документаль фильм Афған һуғышының (1979-1989 йылдар) билдәһеҙ ваҡиғаларына бағышланған. Пленға эләккән беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр Афғанстан һәм Пакистан лагерҙарында тотҡонда булған. Күп йылдар уларҙың яҙмыштары хаҡында бер нәмә лә билдәле булмаған, һалдаттар һәм офицерҙар хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған тип иҫәпләнгән. Фильм архив материалдарына, ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың һәм шаһиттарҙың хәтирәләренә, үҙебеҙҙең һәм сит ил белгестәре менән әңгәмәләргә таянып төшөрөлгән.

Кино ҡарағандан һуң, залда фекер алышыу үткәреләсәк. Премьераға хәрби хәрәкәттәрҙә һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, эксперттар, тарихсылар һәм политологтар, шулай уҡ журналистар саҡырылған.