4 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2012 йыл, 13:07

Ылыҫлы ағастар үҫтереү өсөн махсус теплицалар һатып алынасаҡ

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда республика бюджеты средстволары иҫәбенә БР Урман хужалығы министрлығы ылыҫлы ағастарҙың үҫентеләрен тиҙерәк үҫтереү өсөн ете махсус теплица һатып аласаҡ.  

«Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы тергеҙеү бүлеге начальнигы Марат Кәбиров хәбәр итеүенсә, поликарбонаттан эшләнгән һәм һыу һибеү ҡоролмаһы менән йыһазландырылған теплицаларҙың дөйөм майҙаны 0,35 гектарҙы тәшкил итә.

— Үҫентеләрҙе теплицаларҙа үҫтереү асыҡ грунттағына ҡарағанда биш тапҡырға һөҙөмтәлерәк. Ағастарҙың буй еткереү ваҡыты ла ике тапҡырға ҡыҫҡара. Мәҫәлән, әгәр ҡарағайҙы беҙ питомникта ике йыл үҫтерһәк, орлоҡтарҙы яҙ сәскән осраҡта, теплицаларҙа беҙ көҙгә ҡарай күсереп ултыртыуға әҙер материал аласаҡбыҙ.

Республикала урман ағастары үҫентеләрен үҫтереү тәжрибәһе бар. Әүжән урман хужалығында бер нисә йыл инде теплица шарттарында ҡиммәтле ағас тоҡомдары үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Шулай ҙа бында әҙер продукция күләме артыҡ ҙур түгел. Ә бына заводта эшләнгән оло теплицалар ярҙамында ҙур күләмдә материал алыу мөмкинлеге буласаҡ.

2012 йылдың йәйендә урман хужалыҡтарына тапшырылырға тейешле теплицалар урынлаштырыласаҡ урындар бөгөн үк билдәле. Әле проект-смета документацияһы әҙерләнә. Яҡын арала республиканың урман хужалыҡтарын теплицалар менән тәьмин итеүгә аукцион иғлан ителәсәк.

Бынан һуң теплицаларҙы урынлаштырып, үҫентеләр тиҙерәк үҫһен өсөн махсус тупраҡ алып килергә генә ҡала. Уларҙың бер өлөшөндә урман культуралары быйыл көҙ үк ултыртылыуы ихтимал.