5 декабрь, Дүшәмбе

21 март 2012 йыл, 12:11

«Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмәһендә күләмле эш программаһы көтөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

22 мартта Өфөлә «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмәһе асыла. Унда ҡаланың һәм Башҡортостан Республикаһының алдынғы төҙөүселәре, девелоперҙары, күсемһеҙ милек агентлыҡтары – үҙҙәренең иң яҡшы проекттарын, ә банктар яңы ипотека программаларын тәҡдим итәсәк.

Күргәҙмәнең өс өлөштән торға эшлекле программаһына айырым иғтибар биреләсәк. Был турала Өфө мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов хәбәр итте.

Шулай итеп, күргәҙмә сиктәрендә 22 мартта «Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм төҙөлөш баҙарында кадрҙар һәм белем биреү» конференцияһы үтәсәк. Ул 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» айырым маҡсатлы федераль программаһын һәм «Рәсәй граждандарына – һәр кем һатып ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ» милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.  

Был конференцияның төп маҡсаты — инвестициялар, төҙөлөш һәм күсемһеҙ милеккә идара итеү өлкәһендә берҙәм белем биреү һәм мәғлүмәт киңлеген формалаштырыу.

Күргәҙмәнең икенсе көнөндә күсемһеҙ милек баҙары профессионалдары өсөн секциялар үткәреү ҡаралған. 24 мартта халыҡ өсөн семинарҙар ойоштороласаҡ. Семинарҙа тикшереләсәк темалар араһында күсемһеҙ милек баҙарында социаль һәм ипотека программалары, шәхси йорттар төҙөүгә ер участкалары бүлеү кеүек темалар бар.