8 декабрь, Кесе йома

21 март 2012 йыл, 12:06

Сәйетбаба ауылында көрәш буйынса район-ара турнир ойоштороласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

24 мартта Ғафури районы Сәйетбаба ауылында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса район-ара турнир үткәреләсәк. Сараны Ғафури районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы, «Табын» гәзите редакцияһы (Ғафури районы) ойоштора. Милли көрәште артабан үҫтереү һәм популярлаштырыу, йәштәрҙе һәм балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, иң көслө батырҙарҙы һәм командаларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, наркоманияға, алкоголизмға һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү, райондар араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, спортсыларҙың оҫталыҡтарын арттырыу, башҡорт халҡының мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыу бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.

Иң көслөләр исеменә Ғафуринан һәм күрше райондарҙан ауыл советтары һәм уҡыу йорттары командалары көс һынашасаҡ. Турнирҙа еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, приздар, дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Сара сиктәрендә Ауырғазы, Архангел, Ғафури, Дәүләкән, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондары мәктәптәренә көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтәсәк.