9 декабрь, Йома

21 март 2012 йыл, 11:43

Лилиә Ғүмәрова Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова кисә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Уларҙың күпселеге парламент вице-спикерына торлаҡ мәсьәләһе буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Өфө районы Булгаков ауылында йәшәүсе ҡатындың үткән йылдың сентябрендә өйө янған. Биш кешенән торған ғаилә йортһоҙ тороп ҡалған. Торлаҡ фондынан ҡасан йорт бирәсәктәрен йәш ҡатын белмәй. Лилиә Ғүмәрова был мәсьәләне үҙ контроле аҫтына алды һәм бурыстарҙы үтәү сроктары хаҡында белешергә һүҙ бирҙе.

Ҡасандыр Учалы балалар йортонда тәрбиәләнгән йәш ҡатын ире һәм бер йәшлек балаһы менән Күмертауҙа йәшәй. Балалар йортонда тәрбиәләнгәнгә күрә, ул торлаҡ алыу хоҡуғына эйә. Ҡатын Өфөгә яҡын булған ерҙән торлаҡ алырға теләй. Лилиә Ғүмәрова закон нормалары буйынса бының мөмкин булмауын аңлатты, сөнки уларға ярашлы торлаҡты тәүге йәшәү урыны буйынса ғына алып була. Был осраҡта – Учалы районында. Лилиә Ғүмәрова торлаҡ алыуға иҫәпкә тороу өсөн тейешле документтар әҙерләүҙә ҡатынға ярҙам күрһәтелһен өсөн райондың социаль бүлеге менән бәйләнешкә сығырға һүҙ бирҙе.

Өфөлә йәшәүсе оло йәштәге ҡатын авария хәлендәге шәхси йортта йәшәй. Икенсе төркөм инвалиды булараҡ, ҡатын бына инде 20 йыл дауамында торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тырыша. Лилиә Ғүмәрова үҙенең ярҙамсыһына ҡатындың үҙ районында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороу-тормауын асыҡларға ҡушты. Әгәр сиратта тормаған булһа, райондың социаль хеҙмәтенә ҡатынды иҫәпкә ҡуйыу өсөн документтар әҙерләүҙә уға ярҙам күрһәтеүҙәрен тәҡдим итергә.

— Был мәсьәләне ентекле тикшереү зарур, — тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. – Бер яҡтан, кеше ауырый. Икенсе яҡтан, бәлки, ҡатын үҙе уны иҫәпкә ҡуйһындар өсөн документтарҙы ваҡытында әҙерләп тапшырмағандыр. Документтарҙы тикшергән ваҡытта, ҡайҙалыр формаль яуаптар ғына булыуы асыҡлана. Бында мәсьәләнең айышына төшөнөргә кәрәк.

Торлаҡ мәсьәләһе буйынса республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫарына күп балалы ғаилә башлығы ла мөрәжәғәт итте. Ул алты бала тәрбиәләй, әммә йәшәү өсөн уңайлы шарттарҙан мәхрүм.

— Һәр ҡабул итеү – һәр саҡ ҡатмарлы, сөнки һәр мөрәжәғәт артында кеше яҙмышы тора. Күп балалы ғаиләләр мөрәжәғәт иткәндә был айырыуса һиҙелә, — тине Лилиә Ғүмәрова. – Алты бала атаһы һөнәре буйынса уҡытыусы. Ҡалаларҙа социаль торлаҡ алыуға сираттарҙың ҙур булыуын аңлайбыҙ. Бында төбәктең райондарына йүнәлеште үҙгәртеү урынлы булыр ине. Мөрәжәғәт итеүсегә республиканың уҡытыусылар талап ителгән райондарының береһенә күсеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим иттем. Ҡайһы берҙә кешегә проблеманы хәл итеү механизмын ғына әйтеп ебәреү мөһим.

Ҡабул итеү йомғаҡтарын дөйөмләштереп, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары граждандар менән эшләү буйынса бындай алымдың мөһим булыуын һәм уның властың закондар сығарыу органдары эшмәкәрлегенең бер өлөшө булып тороуын билдәләне.