Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Бурыстар тураһында хәҙер суд приставтары хеҙмәтенең сайты аша мәғлүмәт алырға мөмкин

Иҡтисад

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында «Бурыстарың тураһында бел» акцияһының беренсе, танышыу этабы тамамланды. Ул граждандарға бурыстары булыуы-булмауы тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында үткәрелде.

Акция дауамында ҡыҙыҡһынған граждандарға һәм журналистарға Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре  Идаралыҡтың интернет-сайтындағы яңы «Башҡарма производство мәғлүмәттәре базаһы» бүлегенең мөмкинлектәрен күрһәтте. Бында теләге булған һәр кем, исем-шәрифен, тыуған йылын индереп, башҡарма поизводстволар сигендә булған бурыстары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңылыҡты эшҡыуарҙар ҙа баһалаған. «Мин транспорт һалымы буйынса бурысым барлығын белдем һәм шунда уҡ түләнем. Банкка йүгерергә, сиратта торорға һәм мәғлүмәтте телефон аша белешергә кәрәкмәй. Уңайлы, ваҡыт сарыф ителмәй», — тигән фекерен белдерҙе бәләкәй эшҡыуарлыҡ компанияларының береһенең етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть