6 декабрь, Шишәмбе

21 март 2012 йыл, 10:20

2012 йылда Өфөлә 705 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү ҡаралған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә быйыл 705 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү күҙаллана, шуларҙың 450 мең «квадраты» күп ҡатлы йорттарға тура килә.  

2012 йылда ҙур күләмдә социаль объекттар төҙөү планлаштырылған. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың беренсе кварталында баш ҡаланың Калинин районында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһының төҙөлөп бөтөүе көтөлә. Өсөнсө кварталда дүрт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын – Ленин районындағы 155 урынлыҡ, Киров районындағы 230 урынлыҡ, Октябрь районында дөйөм алғанда 375 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһын сафҡа индереү планлаштырыла. Был турала Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Марат Гәрәев хәбәр итте.

Әлеге мәлдә ҡаланың Орджоникидзе һәм Совет райондарында әүәлерәк профиле үҙгәртелгән балалар баҡсалары биналарына комплекслы капиталь ремонт алып барыла. Быйыл ике объектты ла сафҡа индереү ҡаралған. Октябрь проспекты һәм Шәфиев урамындағы 1-се балалар поликлиникаһында капиталь ремонт эштәре алып барыла.

Бөгөн йәнә Спорт һарайында ла капиталь ремонт бара, Мәжит Ғафури исемендәге паркта урынлашасаҡ Саңғы спорты үҙәгенең беренсе сиратының проекты әҙерләнә. «Нефтсе» стадионын реконструкциялау һәм Өфөнөң Дим һәм Орджоникидзе райондарындағы япмалы боҙ һырғалаҡтарының проекттары эшләнгән. Бынан тыш, Октябрь проспектындағы «1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты» туҡталышы районында, шулай уҡ «Затон» биҫтәһендә бассейндар төҙөү планлаштырыла.

темалар: төҙөлөш