Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Күмертауҙа «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» асылды

Йәмғиәт

Күмертауҙа Ырымбур дәүләт университеты филиалы нигеҙендә «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» асылды. Күмертау хакимиәте һорауы буйынса Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән ойошторолған проект республиканың бер нисә ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Салауатта һынап ҡаралған да инде.

Ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс нигеҙендә һайлап алғандан һуң, «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе»ндә 35 кеше – Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы студенттары, шулай уҡ ҡала мәктәптәренең 10-11-се класс уҡыусылары шөғөлләнә башлаған. 72 сәғәтлек программа буйынса белем алғандан һуң, уларға тейешле таныҡлыҡтар биреләсәк. Бынан һуң йәштәр бизнес-проекттарын яҡлаясаҡ, конкурс ойоштороласаҡ. Еңеүселәр проекттарҙы үҫтереү һәм ғәмәлләштереү өсөн Ырымбур дәүләт университеты филиалы хакимиәтенән финанс ярҙам аласаҡ.

«Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» Күмертауҙа икенсегә асыла. Беренсе тапҡыр ул 2009 йылда ойошторолғайны. Ул ваҡытта йәштәр менән әҙерләнгән бизнес-проекттар республика һәм бөтә Рәсәй конкурстарына ебәрелде. Шулай итеп, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы студенттары Башҡортостандың Краснокама районында үткәрелгән «Бизнес-йәй-2009» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә бизнес-проекттар конкурсы ойошторолдо, унда Ырымбур дәүләт университеты филиалы студенты Татьяна Бердникованың проекты иң яҡшыһы тип танылды. 2009 йылдың октябрендә «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе»нең бизнес-проекттар конкурсында еңеүсе Ирина Калабухова II нанотехнологиялар өлкәһендә йәш ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәре буйынса халыҡ-ара конкурста ҡатнашты.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһында «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» 2008 йылдан башлап ойошторола. Уҡытыу республика бюджеты средстволары иҫәбенә бушлай үткәрелә. Әлеге ваҡытта проект республиканың күп ҡалаларында тормошҡа ашырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть