7 декабрь, Шаршамбы

21 март 2012 йыл, 9:38

Башҡортостандағы эшһеҙҙәрҙең 40 проценты – ауыл кешеләре

автор: Галина Бахшиева

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әле республиканың мәшғүллек хеҙмәттәрендә иҫәптә торғандарҙың 40 проценты — ауыл кешеләре. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 31 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә, шуларҙың 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар.

Республикала эшһеҙҙәрҙең 24 проценттан ашыуын 16-29 йәштәгеләр тәшкил итә, пенсия алды йәшендәгеләргә – туғыҙ процент, инвалидтарға ете процент тура килә.

Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙең яртыһы тиерлек – үҙ теләге буйынса эштән киткән граждандар. 20 процент самаһын ойошмаһы ябылыуы йәки хеҙмәткәрҙәр штаты ҡыҫҡартылыуы арҡаһында эшһеҙ ҡалғандар тәшкил итә. Оҙаҡ ваҡыт эшләмәгәндән һуң (бер йылдан ашыу) хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә теләгән граждандар өлөшөнә 17,5 процент тура килә. Тағы биш процентын тәүгә эш эҙләгәндәр тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында.