Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының генераль директоры Йерун де Гроот менән осрашты

Иҡтисад

20 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының генераль директоры Йерун де Гроот менән осрашты.

Осрашыуҙа Өфөлә «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының икенсе сауҙа үҙәген төҙөү, шулай уҡ предприятиеның урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Берлектәге уңышлы эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итергә теләр инек, әлбиттә. Беҙҙең республикала асылған тәүге предприятиеғыҙҙың яҡшы финанс, иҡтисади һөҙөмтәләргә өлгәшеүен беләм», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

«Беҙҙең республикала бизнесығыҙҙы үҫтерергә теләһәгеҙ, беҙ яҡшы, уңайлы эш шарттарын булдырырға әҙер», — тип ышандырҙы Президент. Башҡортостанға килеүсе инвесторҙарға ташламалар булдырыу йәһәтенән республикала ҡануниәт яйға һалынды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Йерун де Гроот өс аҙна элек Өфө хакимиәтендә «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының икенсе сауҙа үҙәген төҙөргә ниәтләү тураһында иғлан ителеүен хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөш өсөн участка ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, һәм әле уны рәсмиләштереү процесы бара. «Был процесс тамамланғас та, сауҙа үҙәгенең ҡайҙа урынлашыуы хаҡында рәсми рәүештә иғлан итәсәкбеҙ», — тип белдерҙе Гроот әфәнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть