7 декабрь, Шаршамбы

20 март 2012 йыл, 17:21

Башҡортостанда муниципалитет башлыҡтарын инвестициялар йәлеп итергә өйрәтәсәктәр

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда хакимиәт башлыҡтарын уларҙың ҡарамағында булған район һәм ҡалаларға инвестициялар йәлеп итергә өйрәтәсәктәр. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов муниципалитет етәкселәре өсөн семинар үткәрергә тәҡдим итте.

— Әлеге ваҡытта республика төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу буйынса саралар күрә, инвесторҙар килеменә һәм милкенә һалым һалыу буйынса ташламаларҙы закон нигеҙендә нығыта. Федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә иҡтисади мөмкинлектәрҙең презентацияһын ойоштора. Ә урындарҙа инвесторҙар, элеккесә, йыш ҡына ҡаршылыҡтарға осрай, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында. – Эшҡыуарҙар урындарҙа административ башбаштаҡлылыҡ мәсьәләһенең хәл ителмәүенә йыш зарлана. Бында һөйләшеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылған, тегендә еңел мәсьәләләр айҙар буйына хәл ителә, кешеләр бер нисә йыл дауамында инвестициялау шарттары тураһында килешеп һөйләшеүгә өлгәшә алмай, үҙ эштәрен башлау өсөн рөхсәт ала алмай.

Муниципаль берәмек башлыҡтары «мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе яһалма рәүештә тотҡарлау»ға, шулай уҡ был өлкәлә башҡа төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарға ҡаршы ҡаты көрәш алып барырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

— Улар үҙҙәренең ҡарамағында булған район йәки ҡаланың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереү өсөн яуап бирә. Тап улар үҙҙәренең биләмәләрендә яңы инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланғыстары менән сығыш яһарға тейеш. Уларҙы Хөкүмәттән, Президенттан көтөргә түгел, ә үҙҙәре был мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Был эшмәкәрлектә уларға ярҙам итеү зарур, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Советҡа муниципалитет һәм ҡала округы башлыҡтары өсөн инвестиция тематикаһы буйынса семинар әҙерләргә һәм үткәрергә тәҡдим итәм. Уларҙы был өлкәләге пландарыбыҙ, башҡа райондар һәм, кәрәк икән, башҡа илдәр муниципалитеттарының алдынғы эш тәжрибәһе менән, уңайлы инвестицион мөхит булдырыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарты менән таныштырыу, барлыҡ мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү зарур.

Республика Президенты һүҙҙәренсә, урындарҙа киҫкен проблемаларҙың береһе – ул ер мәсьәләһе.

— Буш ятҡан ерҙәр күп, ә әҙер, барлыҡ ҡағиҙәләр буйынса рәсмиләштерелгән айырым участкалар юҡ. Инвесторҙарҙың береһе лә хужалары билдәле булмаған бындай ерҙәргә аҡсаларын йүнәлтмәйәсәк. Был һәр проект өсөн дә нигеҙ булып тора. Бигерәк тә ҙур аҡсаларға, масштаблы төҙөлөшкә бәйле проекттарҙа. Был өлкәлә тиҙ арала тәртип булдырыу зарур, — тине Рөстәм Хәмитов.