Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика халҡы 24 мартта бушлай флюорография үтә ала

Йәмғиәт

24 мартта иртәнге 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем Өфөлә Үҙәк, Колхоз һәм Затон баҙарҙары майҙандарында урынлашҡан күсмә флюорографик ҡоролмаларҙа бушлай флюорографик тикшереү үтергә мөмкин буласаҡ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында хәбәр ителеүенсә, ошо уҡ көндө Республика туберкулез диспансерында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә арналған Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк.  Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем квалифицикациялы белгестәр туберкулезды дауалау, реабилитациялау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар үткәрәсәк. Фтизиатрҙар теләге булғандарҙың барыһын да түбәндәге адрестар буйынса ҡабул итәсәк:

— С. Агиш урамы, 4 («С. Агиш» туҡталышы) Республика туберкулез диспансерының поликлиника бүлеге, тел: 228-45-14;

— Цюрупа урамы, 100/1 («Үҙәк баҙар» туҡталышы), ололар өсөн диспансер бүлеге, тел: 272-83-05, балалар өсөн диспансер бүлеге, тел: 272-40-42;

— Октябрь проспекты, 155 («Калинин исемендәге парк» туҡталышы), диспансер бүлеге, тел: 284-28-52; 284-32-47.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть