5 декабрь, Дүшәмбе

20 март 2012 йыл, 16:20

Башҡортостанда төбәк капиталь ремонт фонды булдырылыуы ихтимал

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанға төбәк капиталь ремонт фондын ойошторорға кәрәк. Был туҙған инфраструктураны һәм торлаҡ фондын тергеҙеү күләмдәрен арттырыуҙың өҫтәмә сығанағына әүерелергә тейеш. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин әйтеүенсә, министрлыҡ өсөн был яҡын аралағы төп бурыс.

Әйткәндәй, былтыр күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт программаһы нигеҙендә Башҡортостандың 33 муниципаль берәмегендә 157 йорт ремонтланған. Был эштәр республика ҡаҙнаһынан, урындағы бюджеттарҙан финанслау, шулай уҡ милек хужалары средстволары иҫәбенә башҡарылған. Һөҙөмтәлә 7,7 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Үҙләштерелгән средстволарҙың дөйөм суммаһы 150 миллион һумды тәшкил иткән. Әле ағымдағы йылға программа әҙерләнә. Быйыл да 2011 йылдағынан кәм булмаған средстволар файҙаланыласаҡ, тип көтөлә.