11 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2012 йыл, 16:06

Алда беҙҙе оҙайлы ял көндәре көтә

автор: Эльмира Сабирова

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, байрам көндәре уңайынан Башҡортостанда 2012 йылдың 29 һәм 30 апреле, 1, 6 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө — ял һәм байрам көндәре иҫәпләнә.

РФ Хөкүмәтенең «2012 йылдағы ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн ял көндәре  — шәмбе 28 апрелдән — дүшәмбе 30 апрелгә (байрам алды көнөнә); шәмбе 5 майҙан — дүшәмбе 7 майға; шәмбе 12 майҙан шишәмбе 8 майға (байрам алды көнөнә) күсерелгән.

Шәмбе көндәрендә, 28 апрелдә һәм 12 майҙа, эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: байрамдар