5 декабрь, Дүшәмбе

20 март 2012 йыл, 15:56

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй эшлекле киң мәғлүмәт саралары форумы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

«Иҡтисади интеграция: эшҡыуарлыҡ мәнфәғәтендә, халыҡтар именлегенә» Бөтә Рәсәй эшлекле киң мәғлүмәт саралары форумы Мәскәүҙә 9 апрелдә үтәсәк. Уны Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Рәсәй Журналистар союзы ойоштора.

Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Таможня союзы эшмәкәрлеге механизмдарын формалаштырыу, ғәмәлдәге проблемалар, хеҙмәттәшлекте Берҙәм иҡтисади киңлек эшмәкәрлеге фазаһына күсереү юлдары һәм киләсәктә был нигеҙҙә Евразия Союзын булдырыу тураһында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә мәғлүмәт биреү форумдың төп маҡсаттары булып тора.

Фекер алышыу форматында интеграцион процестарҙы үҫтереүгә, уларҙы тотороҡло һәм оҙайлы сроклы, халыҡ һәм бизнес иғтибарын йәлеп итерлек социаль-иҡтисади проект булараҡ популярлаштырыуға булышлыҡ итеүҙә киң мәғлүмәт сараларының ролен тикшереү планлаштырыла.

Форум эшендә федераль һәм төбәк эшлекле киң мәғлүмәт саралары редакторҙарының, Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандан йәмәғәт ойошмалары, эшлекле даирә вәкилдәренең, закондар сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ дәүләт-ара ойошмалар белгестәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Форум сиктәрендә 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Рәсәйҙең иҡтисади тергеҙелеүе» бөтә Рәсәй журналистар конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтәсәк.