11 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2012 йыл, 15:22

Башҡортостанда Инвестициялар министрлығы ойоштороу мөмкинлеге тикшерелә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәте структураһында яңы министрлыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бөгөн Өфөлә үткән Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында республикала төбәккә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе менән шөғөлләнәсәк махсуслаштырылған ведомство ойоштороу кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.

— Былтыр республика иҡтисадына 185 млрд һум тиерлек капитал һалынған: был төп капиталға инвестицияларға ҡағыла, — тип хәбәр итте республика башлығы Рөстәм Хәмитов, ултырышты асып. — Үткән йыл менән сағыштырғанда үҫеш сағыштырмаса хаҡтарҙа 5,5 процентты тәшкил итә. Нигеҙҙә, был һәйбәт күрһәткес. Әммә бөгөн илдәге төбәк иҡтисадтары үҫеше динамикаһында, әлеге конкуренцияла беҙгә был ғына етмәй, әлбиттә.  

Президент, һуңғы йылдарҙа республикала инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барылмаған, тип билдәләне. Һөҙөмтәлә бөгөн был өлкәләге бер нисә күрһәткес буйынса төбәк Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән күпкә ҡалыша.

— Беҙҙең бурыс Рәсәй Федерацияһы төбәктәре исемлегенең аҫтында һөйрәлмәҫкә, ә иҡтисадҡа инвестициялар күҙлегенән ҡарағанда был исемлектең башында торорға,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Йылдам үҫешеүсе ил һәм төбәктәр тәжрибәһе уларҙың иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙы киң фронт менән алып бармауын күрһәтә. Иң тәүҙә иҡтисади үҫеште ивестициялар йәһәтенән тәьмин итеүҙе ныҡ тотҡарлаған «киҫкен ҡаршылыҡтар» асыҡлана һәм бөтөрөлә. Беҙҙең республикаға килгәндә, төп ҡаршылыҡтар һәм проблемалар беҙҙә институциональ өлкәлә ята. Беҙ сит ил һәм Рәсәй инвестицияларына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Тап үҫешкән институциональ мөхит капитал һалыуҙарҙа мөмкин булған һәр төрлө хәүефтәрҙе кәметергә, проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса бөтә аҙымдарҙы ла законлы һәм асыҡ итергә мөмкинлек бирә, инвестпроекттарҙың ҡағыҙҙан ғәмәлгә ашырыуға табан хәрәкәтен тиҙләтеүгә булышлыҡ итә.  

Башҡортостанда ниндәйҙер кимәлдә инвестициялар йәлеп итеүгә ҡатнашлығы булған бер нисә дәүләт структураһы, йәмәғәт ойошмалары, коммерция предприятиелары булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың эшендә, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «системалылыҡ һәм технологик йәһәттән көйләнгәнлек» юҡ, ә улар «көйлө механизм кеүек эшләргә тейеш бит». Уларҙың эшен яңы ведомство яраштырырға тейеш тә инде.

Республиканың инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей  Назаров һүҙҙәренсә, бөтә инвестицион процестарға БР Инвестициялар һәм үҫеш министрлығы етәкселек итә ала.

— Был министрлыҡ республикала берҙәм дәүләт инвестиция сәйәсәтен әҙерләү һәм үткәреү, инвестицион һәм инновацион эшмәкәрлек алып барыусы субъекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, шәхси-дәүләт партнерлығын үҫтереү буйынса бурыстарҙы һәм инвестициялау процесы өсөн кәрәкле башҡа йүнәлештәр буйынса эштәрҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса етди эшләйәсәк система формалаштырыуҙы быйыл уҡ тамамларға кәрәк.