11 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2012 йыл, 14:15

Ветерандар ойошмаһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй

автор: Марина Шумилова

22 мартта Өфөнөң Конгресс-холында III Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советының киңәйтелгән пленумы үтәсәк, ул республиканың ветерандар хәрәкәтенә 25 йыл тулыуға арнала. Пленум ойошманың 25 йыллыҡ эш тәжрибәһенә йомғаҡ яһаясаҡ һәм киләсәккә бурыстар билдәләйәсәк.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылдың 1 ноябрендәге «Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһына 25 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында»ғы указына ярашлы, төбәктең барлыҡ ҡала һәм райондарында был ваҡиға айҡанлы саралар ойошторолдо. Ветерандар урындағы властар менән осрашыу барышында бихисап мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларҙы хәл итеү йәмғиәттең иҡтисади именлегенә генә түгел, әхлаҡи мөхитенә лә ыңғай тәьҫир итәсәк.

Ветерандар хәрәкәте беҙҙең илдә үткән быуаттың 80-се йылдарында булдырылған. Ойошма ярҙамында ветерандар власть структураларына барлыҡ көнүҙәк мәсьәләләр буйынса үҙ ҡарашын белдерә һәм еткерә ала. Һәм 25 йыллыҡ юбилей ололар өсөн байрам ғына түгел, ә власть иғтибарын әле хәл ителмәгән мәсьәләләргә йүнәлтеү ысулы ла.