6 декабрь, Шишәмбе

20 март 2012 йыл, 13:29

Республикала законһыҙ мигранттар араһында Сенегал вәкилдәре лә осрай

автор: Любовь Колоколова

Йыл башынан алып Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре сит дәүләттәрҙең 16 гражданын тыуған иленә оҙатҡан. Мигранттар суд тарафынан Рәсәй территорияһында йәшәү режимын боҙоуҙа ғәйепле тип танылған. Закон боҙоусыларҙы Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге аша үтеү пунктына алып барып, рәсми рәүештә сик хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл 69 кеше суд ҡарары буйынса республиканың законһыҙ мигранттар тотоу үҙәгенә оҙатылған. Башлыса был Тажикстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Грузия, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Белоруссия граждандары. Законһыҙ мигранттар араһында Африка иле — Сенегал вәкиле лә бар.    

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл 1 ғинуарҙан сит дәүләт граждандарын һәм гражданлығы булмаған шәхестәрҙе мәжбүри илдән сығарыу функцияһы Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенә йөкмәтелгән.