Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә баланы тәрбиәгә алырға теләүсе ата-әсәләр өсөн махсус семинар ойошторола

Йәмғиәт

«Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәгендә баланы тәрбиәгә алырға теләүсе ата-әсәләр өсөн ике аҙналыҡ уҡытыу семинары үткәреләсәк. Был юлы семинарға 15 ғаилә яҙылған.

Үҙәк белгестәре билдәләүенсә, бала өсөн лайыҡлы ата-әсә табыу ғына аҙ, уларҙы был етди аҙымға ентекле әҙерләргә лә кәрәк. Сөнки бала ғаиләгә күп йылдар дауамында өйрәнә, һәм был осор эсендә ғаиләләге бәйләнештәргә ҡағылышлы төрлө хәлдәр килеп тыуа. Ата-әсәләр һәм башҡа ғаилә ағзалары быға әҙер булырға тейеш.

Семинар сиктәрендә психологик диагностика үткәреләсәк. Аҙаҡтан һәр кем белем алыу тураһында сертификат аласаҡ.

Бынан тыш, программала баланы тәрбиәгә алырға теләүсе ата-әсәләр әҙерләргә тейеш документтар исемлеге, уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары, бындай ғаиләләргә һәм тәрбиәгә алыныусы балаларға социаль ярҙам саралары менән танышыу ҙа ҡаралған.

Былтыр «Ғаилә» үҙәге 16 уҡытыу семинары үткәргән, унда яҡынса 200 кеше – баланы тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр, опекундар һәм попечителдәр ҡатнашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть