9 декабрь, Йома

20 март 2012 йыл, 11:59

Республикала ял көндәрендә 400 эскән водитель тотолған

автор: Ольга Мортазина

Республика автоинспекцияһында уҙған ял көндәрендә үткәрелгән профилактик сараларға йомғаҡ яһалды. Акция дауамында 12,5 меңдән ашыу һәр төрлө ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған. Күп водителдәр элеккесә хәүефһеҙлек ҡайыштарын һанға һуҡмай, ҡыҙыл утҡа үтеү осраҡтары ла күп. Ҡағиҙәне тупаҫ боҙоу осраҡтары, мәҫәлән, ҡаршы юл һыҙатына сығыу, ярамаған урында алда барған машиналарҙы уҙыу осраҡтары асыҡланған. Статистика буйынса, былар иң йыш осраған юл-транспорт һәләкәтенә килтергән сәбәптәрҙең береһе. Бынан тыш, ике ял көнөндә автоинспекторҙар алкоголь ҡулланған 400 водителде ҡулға алған.  

2012 йыл башынан алып автоаварияларҙа 66 кеше һәләк булған, 800-ҙән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығында.