Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда эксперименталь материалдарҙан йорттар төҙөлә

Иҡтисад

Яҡын арала Өфө районында уникаль ҡытай панелдәренән ике эксперименталь йорт төҙөләсәк. Был турала БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек департаменты директоры Александр Козлов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, бындай төҙөлөш материалдарының донъяла аналогтары юҡ. Тәүге эксперименталь йорттарҙың асҡыстары тантаналы рәүештә янғындан ҡаза күреүселәргә тапшырыласаҡ.

— Төҙөлөш панелдәренең беҙ янғынға ҡаршы тороу, тауыш һәм йылылыҡ үткәрмәү сифаттарын баһаланыҡ. Һөҙөмтәлә, ысынлап та уларҙың аналогы булмауы асыҡланды, — тине Александр Козлов. – Материал бик шәп һәм бөтә талаптарға, параметрҙарға яуап бирә. Бөгөн Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Канадала һәм Ҡытайҙа ошо панелдәрҙән бейек йорттар күтәрелә. Әгәр ошо материалдарҙан йорттар төҙөһәк, уның үҙҡиммәте биҙәү эштәре менән бергә ни бары 11-16 мең һумға барып баҫасаҡ. Был республика өсөн отошло.

Әгәр был технология уңышлы тип табылһа, Башҡортостанда юғары технологик материалдар етештереү буйынса илдәге беренсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал. Александр Козлов әйтеүенсә, бының өсөн республикала сеймал һәм бөтә кәрәкле шарттар ҙа бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть