4 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2012 йыл, 11:18

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ҙур уңыш менән башҡорт эстрадаһы артистарының концерты үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында башҡорт йәштәре өсөн «Наил Ибраһимов альбомын тәҡдим итә» исемле концерт-дискотекалар шәлкеме ҙур уңыш менән үтте. Саралар Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге һәм Арғаяш районы хакимиәте ярҙамы менән үткәрелде.

Йәштәр алдында башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Наил Ибраһимов, Айнур Мансуров, DJ NailBashstyle сығыш яһаны.

Концерттар ҙур уңыш менән үтте, тип һөйләне ойоштороусыларҙың береһе Руфат Йәлилов.

— Башҡорт дискотекалары шәлкеме ауыл йәштәре өсөн бер ваҡиға булды, — тип билдәләне ул. – Егеттәр һәм ҡыҙҙар йәш йырсыларҙың сығыштарын үҙ итте, яңы музыкаль альбом уларҙың күңеленә хуш килде.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүенсә, Наил Ибраһимовҡа күрше төбәктә сығыш яһау шул тиклем оҡшаған, хатта ул алдағы ваҡытта Силәбегә күсеп китергә ниәтләй.