11 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2012 йыл, 11:02

Сергей Афонин: «Туҙған инженер селтәрҙәрен алмаштырыу өсөн Башҡортостанға ҙур финанс средстволары кәрәк»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Туҙған инженер селтәрҙәрен алмаштырыу өсөн ҙур күләмдә аҡса кәрәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин әйтеүенсә, был Башҡортостан өсөн дә, бөтә ил өсөн дә ҙур проблема булып тора.

— Бөгөн тармаҡҡа күпләп аҡса һалырға кәрәк, — тип билдәләне ул. – Улай ғына ла түгел, артабан даими аҡса бүлеү буйынса планканы тоторға кәрәк. Ул ваҡытта селтәрҙәргә бәйле бихисап проблемаларҙы хәл итеп буласаҡ.  

Вице-премьерҙың билдәләүенсә, яҡын арала федераль кимәлдә закон ҡабул итеү планлаштырыла, уның нигеҙендә аҡса күсеүе көтөлә.  

Сергей Афонин журналистарға Өфөлә энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы квартал төҙөү перспективалары тураһында ла һөйләне.

— Бөтә проекттар ҙа әҙер, финанслау мәсьәләһен генә хәл итергә ҡалды, — тип хәбәр итте ул. –  Беҙҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән билдәле килешеүебеҙ бар. Быйыл төҙөлөш башланмаясаҡ, әммә был проект мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ.