Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Бөгөн Күмертауҙа Халыҡтың финанс белемен арттырыу көнө ойоштороласаҡ

Иҡтисад

Бөгөн Күмертауҙа иҡтисади йүнәлештә бер нисә сара үткәреләсәк: әлеге шишәмбе, 20 март, бында Халыҡтың финанс белемен арттырыу көнө тип иғлан ителде.

Уны үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаусылар – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, банктар берләшмәһе вәкилдәре, Өфөнөң Йәштәр финанс үҙәге һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары – урындағы халыҡ өсөн сараларға бай программа әҙерләгән. Ҡаланың иҡтисади йәһәттән әүҙем халҡына түңәрәк өҫтәл һәм эшлекле конференция эшендә ҡатнашыу файҙалы буласаҡ, ә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар тематик уйындарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша аласаҡ. Бынан тыш, көн дауамында ҡаланың иң ҙур бинаһында – Балалар ижады йортонда финанс йәрминкә ойоштороласаҡ, уның сиктәрендә теләгән һәр кем банк, страховкалау компанияһы һәм башҡа финанс ойошмалар вәкилдәренә һорауҙарын бирә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть