Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Аҡыллылар клубы» Өфөлә алкоголһеҙ төнгө клуб асасаҡ, ә Абҙаҡта «Ҡышҡы Селигер» үткәрәсәк

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Инновацион агентлығы ойошторған төбәктең Аҡыллылар һәм инноваторҙар клубы мартта социаль йүнәлештә ике йәштәр проектын тормошҡа ашырасаҡ. Был хаҡта вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Беренсе проект — Өфөлә алкоголһеҙ төнгө клуб (NIQ-club) асыу. Тәүге кисә шишәмбе, 20 мартта, ойоштороласаҡ. Программала бер нисә оҫталыҡ дәресе (мәҫәлән, «Компания менән идара итеүҙең заманса алымдары», «Финанс именлек һәм шәхси капитал менән идара итеү»), төрлө конкурстар һәм концерт номерҙары ҡаралған. Бынан тыш, кисәлә шахмат йәки преферанс уйнау мөмкинлеге лә буласаҡ. БашДУ-нан асыҡлауҙарынса, бындай кисәләрҙе ай һайын үткәреү планлаштырыла.

Киләһе проект — «Көньяҡ Уралда ҡышҡы Селигер — 2012» 23-25 мартта «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә үтәсәк. Уның сиктәрендә йәштәр араһында II «Йәш инновацион Башҡортостан» фәнни-ғәмәли конференцияһы, II «Быуындар һөйләшеүе» мәктәбе, II «КУБIQ» Башҡортостан Республикаһының Аҡыллылар һәм инноваторҙар клубы съезы, шулай уҡ күңел асыу саралары, оpen-air ойоштороласаҡ.

Һанап үтелгән сараларҙа юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары, йәштәр, фән, мәҙәниәт, бизнес, спорт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть