9 декабрь, Йома

20 март 2012 йыл, 9:03

Башҡорт дәүләт университетында химияны яҡшы белеүсе йәштәр йыйыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Мәктәп уҡыусыларының химия буйынса «Ломоносов» олимпиадаһының йомғаҡлау этабы шаршамбы, 21 мартта, Башҡорт дәүләт университетында үтәсәк. Уның ойоштороусыһы булып Мәскәү дәүләт университеты сығыш яһай.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аныҡлауҙарынса, ҡатнашыусыларҙы теркәү иртәнге сәғәт 9-ҙа 311-се аудиторияла алып барыласаҡ, олимпиада үҙе урындағы ваҡыт менән сәғәт 12-лә башланасаҡ.

Йомғаҡлау этабында 2012 йылғы олимпиаданың һайлап алыу (ситтән тороп ҡатнашыу) этабында еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ мәктәптә уҡыуын дауам иткән 2011 йылғы еңеүселәр һәм призерҙар ғына ҡатнашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 9 мартта БашДУ-ла математика буйынса «Ломоносов» олимпиадаһының йомғаҡлау туры үткәйне.

Белешмә өсөн. «Ломоносов» олимпиадаһы 2005 йылдан ойошторола, уның еңеүселәре һәм призерҙары Мәскәү дәүләт университетына, йәнә ҡайһы бер Рәсәй вуздарына уҡырға ингәндә ташламаларҙан файҙалана ала. Олимпиада ситтән тороп ҡатнашыу (һайлап алыу) һәм йомғаҡлау этаптарынан тора. Башҡорт дәүләт университеты интеллектуалдар марафонын үткәреү өсөн төбәк майҙансыҡтарының береһе булып тора.