3 декабрь, Шәмбе

20 март 2012 йыл, 9:44

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы проекттары менән таныштырҙы

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ижади пландары хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың июнендә Совет төрлө мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлде. Шулай итеп, март һәм апрель айҙарында Башҡорт дәүләт филармонияһында «Уҡытыусы һәм уҡыусылар» форматында ике концерт ойоштороласаҡ.

24 мартта «SOUL 2 SOUL» — «Йәнгә йән» проектында ике Өфө йырсыһы – Ирина Остин һәм Лия Литвинова осрашасаҡ. Билдәле джаз йырсылары сәхнәгә уҡыусыларын сығарасаҡ.

«Иҙрис Ғәзиев саҡыра» программаһы ла шундай уҡ принцип менән төҙөлгән. Билдәле эстрада йырсыһы һәм Сәнғәт академияһы профессоры концертҡа үҙе режиссерлыҡ итәсәк, унда маэстро менән ҡуша уның уҡыусылары ла сығыш яһаясаҡ.

— Бындай концерттар ижади йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола, — тине ике сараның арт-директоры, Совет рәйестәше Азамат Хәсәншин. – Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы концерттары ғөмүмән ярҙам йәһәтенән үткәрелә, билеттарҙың бер өлөшө «Мәрхәмәт» фондына тапшырыла.

Бығаса Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы Өфөлә «Джаз утрауы» фестивале, «Готик шоу» 18 быуат музыкаһы концерты кеүек саралар үткәрҙе, тип билдәләне Совет рәйестәше.