5 декабрь, Дүшәмбе

19 март 2012 йыл, 17:43

Башҡортостандың 90 иң аҡыллы уҡыусыһы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында республика исеменән сығыш яһаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

2012 йылда, Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Мәктәп уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы этабына олимпиаданың төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙары – йәмғеһе 90 кеше үтте. Сара финалы 24 марттан 29 апрелгә тиклем илдең 15 ҡалаһында үтәсәк. Башҡортостан исеменән Өфөнән (32 кеше), Стәрлетамаҡтан (13 кеше), Салауаттан (7 кеше), Нефтекаманан (4 кеше), шулай уҡ Октябрьский, Сибай һәм Күмертау ҡалаларынан, Белорет, Туймазы, Шаран, Ауырғазы, Миәкә, Архангел, Дәүләкән, Бөрө, Әбйәлил, Дыуан, Өфө райондарынан мәктәп уҡыусылары сығыш яһаясаҡ.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот хәбәр итеүенсә, иң һәләтле уҡыусылар бер нисә олимпиадала ҡатнашасаҡ. Шулай итеп, Өфөләге 39-сы гимназияның ун беренсе класс уҡыусыһы Артем Рыжов – йәмғиәтте өйрәнеү һәм инглиз теле, Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияның ун беренсе класс уҡыусыһы Лиана Фәйезова – йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм инглиз теле, Шаран районынан һигеҙенсе класс уҡыусыһы Анастасия Аҡбулатова биология һәм экология буйынса көс һынашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр илдең төп интеллектуаль бәйгеһе финалына 104 уҡыусы үткәйне, уларҙан 24 кеше – призер, етәүһе еңеүсе булды.