3 декабрь, Шәмбе

19 март 2012 йыл, 16:59

Анатолий Копсов һәм Виктор Пчелинцев республиканың юғары наградаларына лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән «Башкирэнерго»ның элекке генераль директоры, унан һуң республиканың Премьер-министры, «Мосэнерго» башлығы Анатолий Копсов «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды.

Төбәк башлығының икенсе указы менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Пчелинцев Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды.