Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжының яңы корпусы асылды

Йәмғиәт

Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжының яңы корпусы асылды. Яңы бина колледждың төп уҡыу корпусы янында урынлашҡан.  

Уҡыу йортоноң икенсе корпусында өс ай дауамында капиталь ремонт алып барылған. Ислам колледжы директоры Илдар Малахов әйтеүенсә, бина торошо үтә насар булған. Элек уны берәү ҙә файҙаланмаған. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының һәм дини уҡыу йорто етәкселегенең тырышлығы менән бағыусылар ярҙамын йәлеп итеүгә өлгәшелгән.

Хәҙер колледждың кәрәкле заманса техника менән йыһазландырылған яңы уҡыу кластары, сит телдәр, шул иҫәптән ғәрәп телен өйрәнеү өсөн лингафон кабинеты, конференц-залы, ашханаһы, аҙыҡ-түлек һаҡлау һәм ризыҡ әҙерләү өсөн хужалыҡ биналары бар.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть