Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

1 апрелдән хеҙмәт пенсиялары 3,4 процентҡа артасаҡ

Иҡтисад

Рәсәй пенсионерҙарын 2012 йылдың 1 апреленән сираттағы индексация көтә. Хеҙмәт пенсиялары – 3,4, социаль пенсиялар 14,1 процентҡа артасаҡ. Төрлө социаль льготаларға хоҡуғы булған граждандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме алты процентҡа артасаҡ. Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Премьер-министр Владимир Путин белдерҙе.

— 2012 йылдың 1 февраленән хеҙмәт пенсияларының страховка өлөшө ете процентҡа күтәрелде, ә 1 апрелдән беҙ тағы бер индексация үткәрәсәкбеҙ — 3,4 процентҡа. Дөйөм алғанда үҫеш 10 проценттан ашыуыраҡ буласаҡ, был башта, 2012 йылғы бюджетты формалаштырғанда планлаштырғандан бер аҙға күберәк, — тине РФ Хөкүмәте башлығы.

Социаль пенсия күләменә килгәндә иһә, уларҙың индексацияһын «ағымдағы йыл бюджетында килешкәндәге кеүек ҡалдырабыҙ — 14,1 процентҡа», тип билдәләне Владимир Путин.

«Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, февралдәге индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме Башҡортостанда 8900 һумға етте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть