11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2012 йыл, 15:33

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың рәсми сайты эшләй башланы

автор: Марина Шумилова

19 мартта Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың рәсми сайты эшләй башланы.

— Сайт минең, Дәүләт Думаһы депутаты һәм Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты булараҡ, эшмәкәрлегем менән халыҡты таныштырыу маҡсатында ярҙамсыларым башланғысы менән ойошторолдо, — тип һөйләне депутат «Башинформ» агентлығына. – Унда Башҡортостан Республикаһы райондарына һәм ҡалаларына эш сәфәрҙәрем хаҡында тулы мәғлүмәт һәм отчеттар урынлаштырылған.

Был проект шулай уҡ депутат эшмәкәрлегенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса сайтҡа инеүселәр менән фекер алышыуҙы ла күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта унда торлаҡ йорттарҙа инвалидтарға йөрөргә ҡамасаулаған сәбәптәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән һорау алыу үткәрелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, атҡаҙанған спорт мастеры, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова 4 декабрҙә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланды. Рима Баталова – Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы.