11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2012 йыл, 14:06

Октябрьскийҙа Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы булдырыласаҡ

автор: Марина Шумилова

Октябрьский ҡалаһында инвестицион мөхитте яҡшыртыу темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков, БР Президенты советнигы, БР Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле, БР Президенты ҡарамағындағы инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Андрей Назаров, Башҡортостандың Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең генераль директоры, БР Президенты ҡарамағындағы инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы секретары Рөстәм Моратов, ҡала округы хакимиәте, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлде Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов алып барҙы.

Түңәрәк өҫтәлдә инвестицион сәйәсәттең төрлө аспекттары, «Төбәктә уңайлы инвестицон мөхит булдырыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарттары»н индереү буйынса юл картаһы тикшерелде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Инвестицион сәйәсәт тураһында фекер алышыуҙа ҡала бизнесмендары ла әүҙем ҡатнашты.

Фекер алышыу һөҙөмтәһендә Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы ҡарамағында инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса Йәмәғәт советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы тарафынан «Муниципаль берәмектә уңайлы инвестицион мөхит булдырыу буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандарттары» әҙерләнгәндән һуң, был стандартты Октябрьскийҙа ғәмәлләштереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Йәмәғәт советының тәүге ултырышы 10 апрелдән дә ҡалмай ойоштороласаҡ.