8 декабрь, Кесе йома

19 март 2012 йыл, 13:22

Башҡорт дәүләт университетында «Полиглот – 2013» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы старт алды

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында студенттар араһында телдәр белеүгә «Полиглот – 2013» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтәсәк. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аныҡлауҙарынса, сара 2013 йылда Ҡазанда үтәсәк XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһының Башҡарма дирекцияһы менән БашДУ араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Лингвистар конкурсы инглиз, немец, француз, испан, ҡытай һәм ғәрәп телдәре буйынса үткәрелә.  

Йәштәр ике номинацияла ярышасаҡ: «Полиглот», бында көндөҙгө бүлектә уҡыған, ике һәм унан күберәк тел белгән (инглиз телен белеү мотлаҡ), юғары уҡыу йорттарының телгә ҡатнашлығы булмаған факультеттарының бөтә курстарында белем алған студенттар ҡатнашасаҡ.

«Полиглот_PRO» номинацияһында конкурс программаһында күрһәтелгән телдәр иҫәбенән профессиональ кимәлдә ике һәм унан күберәк тел белгән (инглиз телен белеү мотлаҡ), көндөҙгө бүлектә уҡыған, телдәр өйрәнеүсе һәм телдәр өйрәнеүгә ҡағылышы булмаған факулььтеттарҙа белем алған студенттар ҡатнаша.

Ярыш йомғаҡтары буйынса ике еңеүсе һәм һәр номинацияла 2-се һәм 3-сө урын алған дүрт призер билдәләнәсәк. Улар барыһы ла конкурстың бөтә Рәсәй этабына үтә, ул Ҡазанда 4-6 апрелдә үткәреләсәк.

Башҡорт дәүләт университетында билдәләүҙәренсә, конкурс еңеүселәре 2012 йылдың 1-10 сентябрендә «Владивосток–2012» Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге саммиты эшмәкәрлеге сиктәрендә, 2012 йылда Ҡазанда үтәсәк бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт ярыштарында волонтерҙар сифатында «Атташе» һәм «Тәржемәселәр» йүнәлештәре буйынса стажировка үтә аласаҡ. Улар йәнә 2013 йылдағы XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадын үткәреүҙә ҡатнашыуға саҡырыу аласаҡ.