4 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2012 йыл, 12:39

126 коммерцияға ҡарамаған ойошма федераль субсидияларға дәғүә итә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда федераль бюджеттан финанс ярҙамы алыуға дәғүә иткән социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар исемлеге әҙерләнгән. Исемлеккә 126 коммерцияға ҡарамаған ойошма ингән. Улар дөйөм алғанда был маҡсатҡа федераль үҙәктән бүленгән сумманан 10 тапҡырҙан ашыуға күберәк аҡса һорай.

Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға социаль яҡтан әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуға, уларҙың заявкаларына ҡарағанда, 262 миллион һум талап ителә. Рәсәй ҡаҙнаһынан иһә 23 млн 773 мең һум күләмендә субсидия бүленгән.

Финанс ярҙамы алыусылар артабан конкурс процедуралары барышында билдәләнәсәк.