9 декабрь, Йома

19 март 2012 йыл, 12:18

Башҡортостанда Радик Гәрәев исемендәге конкурс ойошторола

автор: Алик Шакиров

Башҡортостандың Яңауыл районы хакимиәте билдәле йырсы Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурс үткәрергә ҡарар итте. Документта билдәләнеүенсә, бәйге Радик Гәрәевтың вокаль мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, халыҡ-ара, бөтә Союз, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, иҫ киткес йырсы, талантлы артист, һәләтле етәксе Радик Гәрәевтың тауышы Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә яңғыраны. Беҙ уны бөгөн дә юҡһынып йәшәйбеҙ.

Был конкурсты үткәреү Яңауыл районында матур йолаға әүерелер, йәш башҡарыусыларҙы ижадҡа дәртләндерер, ҙур сәнғәт донъяһына бер баҫҡыс булыр, тип ышана ойоштороусылар. Конкурста ҡатнашыу өсөн Өфө сәнғәт училищеһы, Өфөнөң 1-се педагогия колледжы студенттары, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүсе йырсылар саҡырыла. Жюриға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың халыҡ артисы, профессор, Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллина етәкселек итәсәк.

Конкурсҡа йомғаҡ 23 мартта Яңауыл районы мәҙәниәт йортонда яһаласаҡ. Сара 12 сәғәттә башланып, 19 сәғәттә Гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Яңауыл районы хакимиәте менән ойошторолған был конкурс хаҡында «Кызыл таң» гәзитендә хәбәр ителә.