Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республиканың төҙөлөш тармағына квалификациялы кадрҙар етмәй

Иҡтисад

Йыл һайын Башҡортостандың төҙөлөш тармағы 3700-ләгән дипломлы йәш кадрҙар менән тулылана. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе ярҙамсыһы Рөстәм Туҡаевтың әйтеүенсә, был күрһәткес 4500 йәш белгес кимәлендә булырға тейеш.

— Кадрҙар дефицитын бөтөрөргә кәрәк. Йыл һайын кемдер хаҡлы ялға сыға, кемдер башҡа төбәктәргә күсеп китә, — тип билдәләне Рөстәм Туҡаев. – Республикала квалификациялы эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы һиҙелә. Иң тәүҙә ташсылар һәм иретеп йәбештереүселәр талап ителә.

Дәүләт комитеты рәйесе ярҙамсыһы һүҙҙәренсә, белгестәр әҙерлегенең түбән кимәле етди проблема булып тора.

— Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү кимәле Европа илдәренән күпкә ҡалыша, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Туҡаев. – Был хәлде яйға һалыр өсөн, бөтә кадрҙар әҙерләү системаһын ҡайтанан ҡарарға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть