4 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2012 йыл, 11:28

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында хәлдәр яҡшыра

автор: Галина Бахшиева

Бер аҙна эсендә Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты бер нисә пунктҡа кәмеп, бөгөн 0,59 тәшкил итә, йәки бер вакантлы урынға бер кешенән дә әҙерәк.

Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле Башҡортостан баш ҡалаһында шулай уҡ кәмене, әле ул 1,51 процентҡа тиң, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Әлеге ваҡытта ҡаланың вакансиялар банкында 15400-ҙән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә, уларға яҡынса 8500 эшһеҙ дәғүә итә. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәмғеһе туғыҙ меңдән ашыу кеше иҫәптә тора.