6 декабрь, Шишәмбе

19 март 2012 йыл, 11:14

Башҡортостанда йорт комплекттары йыйыла башланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда структурланған ағас массивынан өй комплекттары етештерелә башланы. Был производство алдынғы Европа компаниялары менән әҙерләнгән өр-яңы технологияларға нигеҙләнгән.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятиеның ҡеүәттәре йылына 80 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөргә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта Өфө янындағы ҡасабаларҙың береһендә был технология буйынса «TermoHolz in original» серияһындағы ике ҡатлы йорт төҙөлә.

Йорт комплекттарының структур панелдәре тейешле формаға килтерелгән тәбиғи ағастан һәм ҡаты полиуретан күбектән тора. Панелдәр стена, иҙән һәм түбә эшләү өсөн файҙаланыла. Панелдәрҙе беркетеүсе элементтар металл ҡулланмайынса композит материалдарҙан эшләнгән. Беркеткестәр завод шарттарында ҡуйыла һәм йортто монтажлағанда панелдәрҙе еренә еткереп тоташтырырға мөмкинлек бирә.